Башҡортостанда игеҙәктәрҙең береһе «күлдәк»тә тыуған

Бүздәк районынан Гөлнур һәм Дмитрий Фидурайкиндар ғаиләһендә икеләтә бәхет – уларҙың ике улы донъяға килгән. Владислав – 2250 грамм, ә Вячеслав 2550 грамм ауырлыҡта тыуған. Өҫтәүенә, «күлдәктә». Борон бөркәнсекле балалар мотлаҡ бәхетле була һәм уңышҡа өлгәшә тип һаналған.
Беренсе класс уҡыусыһы Дарья ла ҡустыларының донъяға килеүен түҙемһеҙләнеп көткән. Гөлнур Нур ҡыҙы – Бүздәк ауылының 2-се мәктәбендә лаборант, Дмитрий Сергеевич Башҡортостан ит компанияһында водитель булып эшләй. Шулай итеп, хәҙер Фидурайкиндар – ишле ғаилә, тип хәбәр итте республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.