Баш ҡалала архитектор Маргарита Куприяноваға һәйкәл асылды25.02.2026

Бөгөн Өфөлә талантлы архитектор Маргарита Куприяноваға күптән көтөлгән һәйкәл асылды. Мэр Ратмир Мәүлиев һүҙҙәренсә, уның эшен һәм ҡалаһын яратыуы үҙенән һуң юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы.

Фото: видеонан скриншот / Ратмир Мәүлиевтың телеграм-каналы

Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа, 30 йәшендә Черниковск ҡалаһының баш архитекторы булып эшләй башлаған Маргарита Николаевна биналар ғына төҙөмәгән. Ул эшен бар күңелен һалып башҡарған. Беренсе Май урамы, һигеҙ ҡатлы йорттар, уңайлы ихаталар, уйланылған төҙөлөш, Еңеү паркы –  былар барыһы ла уның мираҫы.

«Был һәйкәл беҙгә ҡаланы кешеләр төҙөүе тураһында хәтерләтеп торһон, – тип яҙҙы ҡала башлығы. – Үҙенең хеҙмәте, таланты һәм Өфөгә булған һөйөүе менән ҡалабыҙҙы күркәмләндереүгә көс һалған һәр кемгә ысын күңелдән рәхмәт!».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был донъяла ҡатын-ҡыҙ архитекторға беренсе һәйкәл булып тора. Проект менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Дмитрий Винкельман таныштырҙы. Һәйкәлдең эш моделен Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-25/v-ufe-otkryli-pamyatnik-arhitektoru-margarite-kupriyanovoy-4592447



Вернуться назад