Өфөнән Минскиға тура авиарейс асыла

Башҡортостанда йәшәүселәр Минскиға тура авиарейстар менән оса ала. Был хаҡта Sputnik Беларусь мультимедиалы матбуғат-үҙәгендә Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климин һөйләне.
«Беҙ мәсьәләне өйрәнәбеҙ. Яҡын арала Өфө һәм Минск араһында «Белавиа» тура рейсы асылыуы ихтимал. Был иҡтисадҡа ла, беҙҙең гуманитар мөнәсәбәттәргә лә ярҙам итер тип уйлайым», – тине Климин.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-25/iz-ufy-zapustyat-pryamoy-aviareys-v-minsk-4591751
