1 марттан Өфө трамвайҙарында һәм троллейбустарында юл хаҡы арта, тип иҫкә төшөрҙөләр мэрияла.
Бындай ҡарар иҡтисади ысынбарлыҡҡа бәйле ҡабул ителде, тип асыҡлыҡ индерҙеләр муниципалитетта. Һуңғы йыл ярым эсендә электр энергияһына, запас частарға һәм күсмә составты хеҙмәтләндереүгә хаҡтар артты. Индексация электр транспортының тотороҡло эшен һаҡлап ҡалырға һәм паркты ваҡытында яңыртырға ярҙам итәсәк.
«1 марттан яңы тарифтар: карта буйынса (берҙәм транспорт картаһы, транспорт ҡушымтаһы) — 34 һум; салонда ҡулаҡса йәки банк картаһы буйынса — 41 һум; уҡыусылар өсөн берҙәм транспорт картаһы буйынса — 21 һум. Багаж өсөн 24 һум», — тип белдерҙеләр мэрияла. Хаҡ артҡандан һуң да Өфө тарифтары күрше ҡалалар араһында иң арзаны булып ҡала.
Мәҫәлән, хәҙер Пермдә бер тапҡыр йөрөү хаҡы 57 һумға етте, Силәбелә — 50 һум, Ҡазанда – 43 һум, Екатеринбургта – 42 һум, Ырымбурҙа – 39 һум.