Өфөлә Асия инәй 102 йәшен билдәләне

Өфөнән хеҙмәт ветераны Асия Кәримоваға 102 йәш тулды. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән инәйҙе күркәм байрамы менән ҡотланы.
Асия Кәримова Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылында тыуып үҫкән. Һуғыш йылдарында уға Өфөлә авиация моторҙары заводында эшләргә тура килә. Белем алғас, хеҙмәт юлын сауҙа менән бәйләй, оҙаҡ йылдар Башҡортостан ҡулланыусылар союзында эшләй. Эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн Асия Мәүли ҡыҙы «СССР-ҙың совет сауҙаһы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнә.
Асия инәй тормош иптәше менән бәхетле ғүмер кисергән, бер ҡыҙ үҫтергән. Бөгөн ул ейән һәм бүләһе хәстәрлегенә, һөйөүенә төрөнөп йәшәй.
https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-24/zhitelnitse-ufy-ispolnilos-102-goda-4590744