Өфөлә Маргарита Куприяноваға һәйкәл асҡан ваҡытта парковка ябыла
Иртәнге сәғәт 7-нән көндөҙгө 4-кә тиклем Беренсе Май урамындағы 24-се йорт янында парковка ябыла. Был хаҡта Өфө мэрияһынан хәбәр иттеләр.
Сикләү архитектор Маргарита Куприяноваға һәйкәл асыу менән бәйле. Водителдәргә автомобилдәрен башҡа урында ҡалдырырға кәңәш бирҙеләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» яҙғанса, был иһә донъяла ҡатын-ҡыҙ архитекторға беренсе һәйкәл. Проект менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Дмитрий Винкельман таныштырҙы. Һәйкәлдең эш моделен Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов күрһәтте.