Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде21.02.2026

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде

Фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта БР-ҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итә.

Ҡотҡарыусылар урамда асыҡ урында йөрөмәҫкә һәм йорттарҙа тәҙрәләргә яҡын килмәҫкә кәңәш итә. Шул уҡ ваҡытта әлегә Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр индерелмәгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда БПЛА хәүефе хаҡында смс һәм push-хәбәрҙәр аша иҫкәртә башланылар.



Вернуться назад