Иглин районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 104 йәшен тултырҙы. Район башлығы Гүзәл Насирова оҙон ғүмерле инәйҙе тыуған көнө менән тәбрикләне.

Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы 1942 йылдың майында 1080-се зенит артиллерия полкы составында фронтҡа китә. 1943 йылдан алып һуғыш бөткәнсе 679-сы зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә.
Демобилизацияланғас, Ауырғазы районының Балыҡлыкүл мәктәбендә, күпмелер ваҡыт районда инспектор булып эшләй. Иглин районына күскәндән һуң, 1963 йылдан Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы Красновосход мәктәп-интернатында хеҙмәт дәресенән уҡыта. 1976 йылда хаҡлы ялға сыға.
«Хеҙмәтемде Сталинградта башланым, Одессала тамамланым. Сталинград өсөн алышты бер ҡасан да онотмайым. Беҙ фашистарҙы ҡыуып сығарҙыҡ. 80 йыл үтте, 100 йылдан ашыу... Шөкөр, юҡҡа йәшәмәнем. Еңдем дә, бынамын тигән балаларым бар. Алты балам, ун дүрт ейәнем, ун һигеҙ бүләм һәм хатта бер тыуамды күрҙем. Ғаиләм ҙур минең!» — тип ҡыуана Рәйфә инәй.
«Башинформ» ҡотлауҙарға ҡушыла һәм уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм именлек теләй.
