Башҡортостанда МХО яугире һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытҡан20.02.2026

Башҡортостанда МХО яугире һөйгән ҡыҙы менән никах уҡытҡан

Фото: Кушнаренко районы хакимиәте / социаль селтәрҙәр

Кушнаренко районынан МХО яугире Альберт Әхмәҙуллин отпускыһы ваҡытында ғаилә ҡорған. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Йәштәрҙең никахы Кушнаренко ауылында булған. Улар ғүмерҙәрендәге иң иҫтәлекле көндө яҡындары һәм туғандары менән үткәргән.

«Был көн өмөт һәм яңы тормош символына әүерелде. Тиҙҙән Альберт Еңеү менән тыуған яғына ҡайтыр тип ышанабыҙ! Кушнаренко районы, шулай уҡ кәләше Ирина үҙенең Геройын көтәсәк!» — тип белдерҙеләр район хакимиәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-19/v-bashkirii-proveli-obryad-nikaha-dlya-boytsa-svo-i-ego-nevesty-4585659



Вернуться назад