Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылының рәсми брендбугы раҫланды19.02.2026

Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылының рәсми брендбугы раҫланды

Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан хөкүмәте

Башҡортостанда исемле йылдың – Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибы раҫланды. Ул республиканың һәм тотош илдең традицион нигеҙе булған ныҡлы күп быуынлы ғаиләне кәүҙәләндерә, тип хәбәр итә хөкүмәттең матбуғат хеҙмәте.

– Башҡортостанда 2026 йылды Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан итеү – ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, йәмғиәттең гармониялы үҫеше өсөн шарттар булдырыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Тематик йылдың төп маҡсаты – ғаиләнең, ҙур һәм дуҫ, күп балалы һәм күп быуынлы ғаиләләрҙең абруйын күтәреү, – тип һөйләне республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова.

Ҙур һәм татыу ғаилә йылының логотибын төрлө форматтарҙа һылтанма буйынса күсереп алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-19/utverzhden-ofitsialnyy-brendbuk-goda-bolshoy-i-druzhnoy-semi-v-bashkirii-4584592



Вернуться назад