Өфөлә байрам көндәрендә түләүле парковкалар өсөн аҡса алынмай

Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығында өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына ял һәм байрам көндәрендә парковка урындарының бушлай булыуын иҫкә төшөрҙөләр.
Яҡынлашып килгән Ватанды һаҡлаусылар көнө – 23 февраль ошондай даталарға ҡарай.
Түләүле парковкаларҙың эше тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса һәм parking02.ru порталында баҫылған.