Яҡташыбыҙ лотереяла 12 миллион һумға яҡын аҡса отҡан18.02.2026

Еңеүсе әлегә аҡса алыу өсөн мөрәжәғәт итмәгән.

17 февралдә дәүләт лотереяһы суперприз – 11 984 876 һум аҡса уйнатҡан. Еңеүсе Башҡортостанда йәшәй. Ҡатнашыусы отошто алыу өсөн лотерея үҙәгенә мөрәжәғәт итмәгән. Әлеге ваҡытта уның «Столото» мобиль ҡушымтаһында билет һатып алыуы ғына билдәле.

Яҡташыбыҙға 3, 7, 9, 12, 13, 14, 16, 17 һәм 1 һандары уңыш килтергән. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-18/zhitel-bashkirii-vyigral-v-lotereyu-pochti-12-mln-rubley-4583287



Вернуться назад