Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды
Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин «Өфөнөң почетлы гражданы» исеменә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы бөгөн баш ҡала Советының 60-сы ултырышында уҙҙы. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйөнә диплом, күкрәккә таға торған билдә һәм махсус таныҡлыҡ тапшырылды.
«Һеҙҙең ошо ҡарарығыҙ һәм юғары исем өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәм. Иң мөһиме, беҙ республикала тыныслыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты һаҡлап ҡалдыҡ. Бөгөн беҙҙең яугирҙәр бөйөк илебеҙҙең бойондороҡһоҙлоғон һәм суверенитетын яҡлай. Беҙҙең дин әһелдәре яугирҙәребеҙ менән бергә, уларға рухи таяныс. Илебеҙ берләшеп, оло яуызлыҡҡа ҡаршы тора. Баш ҡалабыҙҙың нисек үҙгәреүен, уның нисек үҫешеүен күреп торам, бында Башҡортостан Башлығының һәм республика властарының хеҙмәте ҙур. Бөтәһенә лә тыныслыҡ, һаулыҡ, берҙәмлек теләйем», – тип билдәләне Тәлғәт Тажетдин.