Нефтекамала тыл эшсәне Бибий Миңлеғолова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо иҫтәлекле көндө йөҙйәшәр инәй туғандары һәм яҡындары менән үткәрҙе. Юбилярҙы шулай уҡ ҡала мэры Эльдар Вәлидов, хакимиәт вәкилдәре Илшат Дилмиев һәм Рафаэль Солтанов тәбрикләне.

Бибий Маҡай ҡыҙының тормош юлы Бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуң илде тергеҙеү осорона тура килгән. Ул Үрге Тиктәм ауылында тыуып үҫкән, дүрт класс уҡыған һәм бөтә ғүмерен колхоз эшенә бағышлаған. Хәҙер уның ҙур ғаиләһе: 5 ейән-ейәнсәре, 9 бүлә-бүләсәре һәм 10 тыуа-тыуасары бар.
Йөҙйәшәр инәй күркәм ғүмер байрамын шатланып ҡаршы алды. Олпат йәшкә етһә лә, үҙ аяғында йөрөй, зиһене асыҡ. Бибий Маҡай ҡыҙы йәшәүгә ынтылышы менән барыһына ла өлгө булып тора, тип белдерҙеләр Нефтекама ҡалаһы хакимиәтендә.