Республикала пенсионерҙарҙы һәм уларҙың пенсияһын иҫәпләнеләр
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәре буйынса, 2026 йылдың 1 февраленә республикала 1,121 миллион пенсионер иҫәпләнгән. Уларҙың 151 меңе эшләп йөрөй.
Быйыл 1 ғинуарҙағы индексациялауҙан һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 1 февралгә 26 211 һумға еткән. Февраль башына тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 24 566 һум тәшкил иткән.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 1 апрелдән социаль пенсиялар 6,8% арта.