Өфө аэропорты ғәҙәти режимда эшләй башланы17.02.2026

«Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр алынды. Был хаҡта аэропорт етәкселеге хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителгәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-17/aeroport-ufy-vozobnovil-rabotu-4581382



Вернуться назад