Ҡотҡарыусылар урамда асыҡ урындарҙа ҡалмаҫҡа, бинала тәҙрәләргә яҡын килмәҫкә кәңәш бирә.

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов белдерҙе.
«Башҡортостан Республикаһы территорияһында пилотһыҙ хәүеф иғлан ителде. Шулай уҡ Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде. Уяу булығыҙ», — тиелә хәбәрҙә.