Башҡортостанда Ғашиҡтар көнөндә тағы 174 ғаилә барлыҡҡа килгән16.02.2026

14 февралдә Өфөлә 72 пар өйләнешкән.

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Ғашиҡтар көнөндә Башҡортостанда 174 пар ғаилә ҡорған. Уларҙың 72-һе Өфөлә өйләнешкән.

Өфөлә никахтарҙың күбеһе Киров районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән – 13 пар, Ленин районында – 12 пар, өсөнсө урынды Октябрь һәм Совет райондары ЗАГС-тары бүлешкән – 10-ар никах. Республика буйынса Октябрьский ҡалаһы беренсе урында тора, унда 15 пар туй үткәргән, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.

Ғашиҡтар араһында киләһе популяр датаны — 26.02.2026 иҫкә төшөрҙөләр. Был көнгә республикала 128 никах тураһында ғариза бирелгән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-16/v-bashkirii-v-den-vlyublennyh-obrazovalis-esche-174-semi-4580005



Вернуться назад