Башҡортостанда «Татлы Бал» республика конкурсы башланды16.02.2026

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Татлы Бал» республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итте.

Фото: матбуғат хеҙмәте / Яңауыл районы хакимиәте, архив фотоһы

«Баллы» конкурста Башҡортостан, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәре умартасылары ҡатнаша ала.

Ғаризалар 13 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Бының өсөн конкурс комиссияһына бал һәм башҡа бал продукцияһы өлгөләрен тәҡдим итергә кәрәк.

«15 марттан 17-нә ҡәҙәр конкурс комиссияһы ағзалары бал өлгөләрен органолептик күрһәткестәре (таҙалығы, ҡуйылығы, төҫө, еҫе, тәме) буйынса баһалай», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Ауыл ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

«Татлы Бал» конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы 20 мартта «Агрокомплекс — 2026» халыҡ-ара күргәҙмәһендә була.

Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-15/v-bashkirii-startoval-respublikanskiy-konkurs-tatly-bal-4578607



Вернуться назад