Башҡортостанда Киндерле мәмерйәһендә соҡорға ҡолаған этте ҡотҡарғандар

Ғафури районында Киндерле мәмерйәһендә таш һәм боҙ араһындағы соҡорға эт төшөп киткән. Хайуанды Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусыһы Фидель Йәлилов экскурсия үткәргән ваҡытта күреп ҡалған. Был хаҡта БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.
Ҡояшлы матур көндә Фидель, тәжрибәле спелеолог булараҡ, дуҫтарын тыуған төбәгенең ер аҫты матурлығын күрһәтергә алып китә.
«Киндерле мәмерйәһенә экскурсия үткәргән ваҡытта көтөлмәгән хәлгә юлыҡтым. Мәмерйә төбөнән эт сыйылдағанын ишетеп ҡалдым. Әлдә бөтә кәрәкле әйберҙәр үҙем менән ине, шунда уҡ мәмерйәнең ярығына төшөп киттеп һәм этте сығарҙым. Был яҡын ауылдан килеп туристарға эйәреп йөрөгән хайуанҡай булып сыҡты. Һуңынан бахырҡайҙың соҡорға бер көн элек ҡолауын асыҡланым», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Фидель.