Кроссворд30.06.2012
КроссвордГоризонталь буйынса: 4. Ҙур ағас һауыт. 7. Тартыштырып, һушты алып, ҡапыл йыға торған ауырыу. 8. Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. 9. Ҡатын-ҡыҙҙың мәңгелеккә вәғәҙәләшеп, “теге донъя”ға киткәнсе дуҫы. 11. Хеҙмәттән аҡсалата төшкән файҙа. 14. Ҡатын-ҡыҙ менән йөрөгән “орденлы” ир-ат. 21. Ҡыҙыл ҡыҙым ер аҫтында, сәскенәйе ер өҫтөндә. 23. Сәғәттең телдәре йүгергән “стадион”. 24. Егеттәргә кәңәш: (...) алғанда йөрәгең менән кәңәшләш. 25. Бәләкәй генә малай, ағас төбөн ялай. 26. Кешенең кәйефен, тойғоларын тәшкил иткән эске рухи донъяһы, күңел. 28. Карап, самолеттар йөрөтөүсе белгес. 30. Ҡартаймай, үлмәй, кешенең эшен ғәмәл дәфтәренә теркәп бара торған ҡанатлы йән эйәһе. 32. Иренең атаһы. 33. “Адидас” фирмаһының символы булып торған туҡранбаш. 34. Үтәлеше мотлаҡ итеп ҡуйылған ҡәтғи һорау.

Вертикаль буйынса: 2. Көлкөгә ҡоролған тамаша. 3. Үгеҙ килә уң яҡтан, өс мөгөҙөн тырпайтҡан, бесәнгә күҙен аҡайтҡан. 5. Берәй темаға ҡараған шиғырҙар йыйынтығы. 6. Яҙын яҙыла, көҙөн йыйыла, йәй һыуына, ҡыш йылына. 10. Был еҫле үләндең орлоғон ашаған кеше ҡотора, шаша башлай. 12. Берәй дин әһеленә өйрәнсек, эйәрсен булған кеше; шәкерт. 13. Ултыра бер аҡ сүлмәк, өҫтөнә кейгән йөҙ күлмәк. 15. Ҡарағаста үҫә торған ҡаты аҡ бәшмәк. 16. Спектакль ваҡытында актерҙың сәхнәләгеләр “ишетмәһен” өсөн публикаға әйткән монологы. 17. Һыу буйында үҫә торған йәшкелт буҙ ҡабыҡлы, өскөлөрәк япраҡлы бик эре ағас. 19. Үҙ сифаты, рәүеше булған предмет, кейем-ҡаралты. 20. Японияның ҙурлығы буйынса өсөнсө ҡалаһы. 24. Ҙур хәрби карап, мәҫәлән, “Аврора”. 27. Аҙнанан ҙур, айҙан бәләкәй. 28. Василий Алексеев, Давид Ригерт күтәргән “гантель”. 29. Ҡапыл күтәрелгән киҫкен һөжүм. 30. Ҡылыҡ, холоҡ.
Илдар ҒӘБИТОВ төҙөнө.


Вернуться назад