Башҡортостанда авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәр аҡсалата компенсация алырға мөмкин13.02.2026

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законға үҙгәрештәр индерергә ниәтләй.

Фото: «Башинформ» / архив

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, иҫке йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың күсенгән ваҡытта алмашҡа торлаҡ йәки аҡсалата компенсация алыу хоҡуғы бар.

«Һайлау хоҡуғы граждандарға үҙҙәренең тормош шарттарына һәм пландарына тура килгән ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, аҡсалата компенсацияны икенсе ҡалаға күсенеүгә йүнәлтергә йәки ипотекаға торлаҡ һатып алғанда тәүге взнос итеп файҙаланырға була», — тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе.

Аҡсалата компенсация күләмен билдәләү һәм түләү республика хөкүмәтенә йөкмәтелә. Уны алыу өсөн ғаилә ағзаларының яҙма ризалығы кәрәк.

Закон проекты йортто һүтеү йәки ошо йорт урынлашҡан ер участкаһын тартып алыу менән бәйле граждандарҙы торлаҡтан күсереүгә ҡағыла.

Әлеге закон проекты Башҡортостан парламентының киләһе пленар ултырышында тауыш биреүгә сығарыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-13/v-bashkirii-zhiltsy-avariynyh-domov-smogut-poluchit-denezhnuyu-kompensatsiyu-4576501



Вернуться назад