Улар ҡаланың һәр районында бар.

Өфөнөң барлыҡ райондарында аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеү пункттары асылды. Улар «Ғаилә» үҙәктәрендә эшләй. Бының өсөн «Аҙыҡ-түлек» социаль ярҙам ойошмаһы вәкилдәре семинарҙар үткәрҙе, унда таратыу пункттарын ойоштороу, алыусылар менән үҙ-ара эш итеү, шулай уҡ берҙәм биҙәү стилен булдырыу тураһында һүҙ барҙы.
«Хәҙер 1000-дән ашыу мохтаж кеше — ауыр тормош хәлендә ҡалған балалы ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар тейешле ярҙам алырға мөмкин. Шулай уҡ «Изгелек кәрзине» марафонының дүрт акцияһын үткәреү — аҙыҡ-түлек йыйыу планлаштырыла», – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Сара мохтаждарға 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһын формалаштырыу менән тамамлана.