Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды12.02.2026

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы билдәле булды

Фото: Валерий Шахов / архив ИА «Башинформ»

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы 2025 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында – 72 225 һум, ноябрҙә 71 894 һум тәшкил иткән. Был 2024 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 10,4% һәм 7% күберәк.

Шул уҡ ваҡытта 2025 йылдың 11 айында республикала реаль эш хаҡы 2024 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда 1,5% артҡан.

Башинформ хәбәр иткәнсә, 2026 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы күләме – 27 093 һум. Ә Башҡортостанда Урал коэффициенты менән бергә 31 157 һумға еткән (НДФЛ-ды алғансы). Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексында яҙылғанса, эш хаҡы МРОТ-тан аҙыраҡ булырға тейеш түгел.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2026-02-12/stala-izvestna-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-4575500



Вернуться назад