Йылмайып-көлөп кенә30.06.2012
Бер ир ҡалала ҡатынын юғалта. Таба алмағас, полицияға мөрәжәғәт итә.
— Ҡатыныңдың айырым билдәләре бармы? — тип һорай дежурный.
— Ниндәй айырым билдәләре?
— Мәҫәлән, минең ҡатыным зифа буйлы, зәңгәр күҙле, сәстәре бөҙрә...
— Ә минеке ҡарт, кәкре аяҡлы, холоҡһоҙ, — тип һүҙгә ҡушыла ҡатынын юғалтҡан ир. — Һинекен генә эҙләһәк, яҡшыраҡ булмаҫмы?

***

ЮХХДИ хеҙмәткәре ағасҡа барып бәрелгән машинанан өс иҫерек ирҙе тартып сығара:
— Руль артында кем ине? — ти.
— Барыбыҙ ҙа артҡы ултырғыста инек.

***

Ял йортонда бер ҡатын телефондан әхирәте менән һөйләшә:
— Һин мине ишетәһеңме? Килеп йөрөй күрмә! Бында бер ниндәй ҙә ир заты юҡ! Күпме гүзәл зат ял итмәй кире ҡайтып китте...

***

Сит илдән ҡайтҡан дуҫын осратҡас, һабаҡташы:
— Һин хәҙер нисә тел беләһең инде? — тип һорай.
— Өс тел белем. Инглиз телен һыу кеүек эсәм.
— Инглизсә бер һөйләм әйт әле!
— Һираус, һаус, дем һаус.
— Был немецса була түгелме ни?
— Тимәк, дүрт тел беләм икән!

***

Медицина институтында сығарылыш имтиханы тапшырыусы егеткә профессор асыулана:
— Йә, һеҙҙән ниндәй табип сыҡһын инде?! Үлене теренән айыра алмаҫ дәрәжәлә наҙанһығыҙ!
— Табип булырға йыйынмайым да... Мин баш табип булам!

***

Ишек шаҡыйҙар. Тынлыҡ. Нығыраҡ шаҡыйҙар.
— Асығыҙ!
Ишек артында тынлыҡ.
— Кисекмәҫтән асығыҙ!
Ниһайәт, эстән тауыш ишетелә:
— Кем унда?
— Һалым полицияһы.
— Уф, Аллаға шөкөр, ә беҙ ҡунаҡтар килгән икән тип торабыҙ.


Вернуться назад