Быға пилотһыҙ осоу аппараттары сәбәпсе.
Уҙған төндә Татарстан күгендә 2 пилотһыҙ осоу аппараты бәреп төшөрөлгән. Уларҙың урыны аныҡланмай, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Оборона министрлығынан. Был иһә Өфө – Ҡазан рейсының күпмелер ваҡытҡа тотҡарланыуына сәбәпсе булды.
«Башинформ» яҙғанса, Өфө — Ҡазан рейсы пассажирҙары тәғәйенләнгән аэропортҡа ваҡытында оса алманы. Осош ваҡыты 10 февралдә киске 11-се 25 минуттан 11 февралгә иртәнге 10-сы 30 минутҡа күсерелде.
Был ваҡытта Ҡазан аэропортында сикләүҙәр ғәмәлгә индерелде.