Башҡортостан синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте11.02.2026

Республикала һалҡын һауа торошо һаҡлана.

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 11 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ -12, -17°.

Кесаҙна, 12 февралдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көслө. Термометр бағанаһы төндә -15, -20°, көньяҡ-көнсығышта -25°, көндөҙ -9, -14° тиклем төшә.

Йома, 13 февралдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ төньяҡта бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, көньяҡ-көнсығышта -22°, көндөҙ -4, -9°, көньяҡ-көнсығышта -14°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-11/sinoptiki-bashkirii-rasskazali-o-pogode-v-blizhayshie-dni-4573093



Вернуться назад