Һыуҙа һаҡ булығыҙ!30.06.2012
Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Быны ошо көндәрҙә Ишембай районының Кесе Байыҡ ауылында йәшәүсе өс туған ағалы-ҡустылы
13 йәшлек Айнур Ғәлиев һәм 16 йәшлек Илшат Мөхәмәтшин тағы бер иҫбатланы.
Ял көндәре ауыл эргәһендәге быуа янында алма төшөр урын булмай. Ниңәлер өлкәндәр ете һәм биш йәшлек балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырған. Тегеләр иһә оҙаҡ уйлап тормай, тын тултырмалы матрасҡа ултырып йөҙөп тә китә. Балаларҙың күл уртаһына барып еткәнен ярҙағылар аптырап күҙәтә. Ҡапыл көслө ел иҫеп, матрасты түңкәрә. Балалар бата башлай. Илшат менән Айнур беренселәрҙән булып һыуға һикерә. Был ваҡытта быуаның икенсе яғында ла балаларҙың ҡысҡырғанын ишетеп ҡалалар. Ҡурҡмайынса, ярҙамға ашыҡҡан үҫмерҙәр арҡаһында ғына сабыйҙар иҫән ҡалған. Афарин!
Һыу инеү мәле башланыу менән республикала 17 кеше һәләк булған. Шуларҙың алтауһы – балалар. Ете кеше иҫерек килеш һыу ингәндә батҡан.
Республикала һыу төшөү өсөн махсус йыһазландырылған 77 пляж эшләй. Уларҙың һәр береһендә ҡотҡарыусылар бар. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тап ошо урындарҙа ғына һыу инеү хәүефһеҙ тип иҫкәртә. Һыуҙа һаҡ булығыҙ!
Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Вернуться назад