Республикала М-5 трассаһында Силәбе өлкәһенә тиклем сикләүҙәр индерелде

М-5 «Урал» трассаһында пассажир автобустары, маршрут таксиҙары һәм йөк машиналары өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде. Һүҙ Федоровканан Силәбе өлкәһе сигенә тиклемге участка тураһында бара.
Транспорт министрлығы хәбәр итеүенсә, ҡар яуыуға бәйле ошондай сикләү индерелде. Тулы транспорт ағымының тергеҙелеүе тураһында айырым хәбәр итербеҙ.