Ул балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурыслы.

Дыуан һәм Ҡыйғы райондары буйынса суд приставтары Салауат районында тыуып үҫкән 40 йәшлек Азамат Алис улы Сиражевты эҙләй. Ирҙең бәлиғ булмаған балаһына 1 миллион һумдан ашыу бурысы бар. Ул Өфөлә ҡасып йөрөй.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (987) 587 26-16, 8 (347) 273-56-40 номерҙары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.