1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә, тип иҫкә төшөрҙөләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәй Торлаҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү ваҡыты айҙың 10-сы көнөнән 15-енә күсерелә.
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләү – фатир хужаһының бурысы. Ваҡытында түләү коммуналь ресурстар: электр уты, һыу, йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә һәм ваҡытында ремонт үткәрергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был пеня өҫтәлеүгә, хеҙмәтте күрһәтеүҙе туҡтатыуға һәм суд процестарын булдырыуға юл ҡуймай.
Башинформ хәбәр иткәнсә, 2025 йылда Өфөлә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыс 10%, йәғни 120 миллион һумға кәмегән һәм 2026 йылдың 1 ғинуарына 2,642 миллиард һум тәшкил иткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йыл башына баш ҡала халҡының торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы 2,6 миллиард һумға еткән.