Пекиндан — Мәскәүгәсә29.06.2012
Пекиндан — МәскәүгәсәҠытайҙың баш ҡалаһы Пекиндан юл алған автосәйәхәттә ҡатнашыусылар, туғыҙ мең километр самаһы ара үтеп, Өфөгә килде.

Рәсәй туризмы йылына арналған “Пекин — Мәскәү-2012” автосәйәхәтендә Ҡытайҙан — 16, беҙҙән 15 журналист ҡатнаша. Улар, руль артында бер-береһен алмаштырып, Great Wall автомобилдәрендә 3 июлдә Мәскәүҙә буласаҡ. Ҡытайҙың “Синьхуа” мәғлүмәт агентлығы, халыҡ-ара радио, үҙәк телевидение, “Рәсәй тауышы”, “Маяҡ” радиолары, “Яңылыҡтар” агентлығы, “Московский комсомолец”, “Коммерсантъ” гәзиттәре вәкилдәре ҡатнашҡан автосәйәхәттең төп маҡсаты — Ҡытай йәмәғәтселегенә Рәсәйҙә туризмдың үҫешен күрһәтеү, был илдән туристарҙы беҙҙең төбәктәргә ылыҡтырыу.
Автосәйәхәттә ҡатнашыусылар Өфөнөң “Амакс-Турист отель” ҡунаҡханаһында матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев ҡунаҡтарҙы республикабыҙҙың туризм үҫешкән төбәктәре, ошо маҡсатта бүленгән инвестиция проекттары менән таныштырҙы. Артабан автосәйәхәтселәр өсөн Өфө буйлап сәйәхәт ойошторолдо.
М. МОРАТОВ.


Вернуться назад