Башҡортостанда Мәскәү вуздары студенттары өсөн посылкалар йыйыу башланды09.02.2026

Республика Башлығы ҡушыуы буйынса, быйыл ылауҙар күберәк була.

Дүрт маршрут һәм алты таратыу нөктәһе. Республикала «Башҡортостандан һөйөү менән» акцияһының яңы этабы башланды. Башҡортостанда Мәскәү вуздарында һәм Мәскәү өлкәһе университеттарында уҡып йөрөгән яҡташ студенттарға тыуған төйәгенән посылкалар йыйыу өсөн ылауҙар юлға сыға.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, былтыр республикабыҙ студенттарына 3 тонналыҡ 101 посылка тапшырылған.

«Студенттарҙың туғандары һәм яҡындары аҙыҡ-түлек (тиҙ боҙолмай торған), йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым (посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш ) ебәрә ала», — тине министр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-09/v-bashkirii-nachali-sbor-posylok-dlya-studentov-moskovskih-vuzov-4570048



Вернуться назад