Теләк булһа, әмәле табыла29.06.2012
Теләк булһа, әмәле табылаХалыҡтың байтағы үҙ телендә нәшер ителгән матбуғат баҫмаларын алдырып уҡымай йәки, төрлө сәбәп табып, уға яҙылыуҙы кисектерә. Шуныһы һөйөнөслө: был мәсьәлә гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәренән тыш, ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙы ла борсой.

Ошо көндәрҙә шундай милләттәштәребеҙҙең береһе үҙенең тыуып үҫкән төбәгендә “Башҡортостан” гәзитен нисек итеп таратыуы тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлашты. Ҡулланған алымы һис тә ҡатмарлы түгел, уның өлгөһөнә күптәр эйәрә ала.
Гөлфинә Юламанова тәүге ярты йыллыҡта ун ауылдашына “Башҡортостан” гәзитен бүләк итеп яҙҙырған. Һөҙөмтәлә Балаҡатай районының Айҙаҡай ауылындағы күрше-күләне алты ай буйы кинәнеп гәзит уҡыған.
“Икенсе ярты йыллыҡҡа үҙегеҙ яҙылып, баҫманы уҡыуығыҙҙы дауам итегеҙ, тинем. Әле йәнә ун кешегә ошондай бүләк яһаным. Класташтарымды ла ҡуҙғатып алырға уйланым. Уҡыһалар, бәлки, үҙҙәре лә ҡыҙыҡһынып китеп, гәзитте артабан алдырырҙар. Шулай уҡ туғандарымдың да туған телдәге республика баҫмаһына мөнәсәбәтен үҙгәртергә ниәтләйем. Ғөмүмән, Балаҡатай районында “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар һанын арттырырға өмөтләнәм. Баҫманың йөкмәткеһе бай, мәғлүмәт күп, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған теманы таба ала. Уға яҙылмаусылар үҙҙәрен байтаҡ яңылыҡтан, рухи байлыҡтан мәхрүм итә. Гәзитте артабан да бүләк рәүешендә яҙҙырыуымды дауам итәсәкмен”, — ти Гөлфинә Марс ҡыҙы. Афарин, рухташыбыҙ!
Бына шулай, теләк булһа, әмәле лә табыла.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад