Республикабыҙҙа «Балаҡатай мəргəне» турниры уҙҙы06.02.2026

Башҡортостандың Яңыбай ауылында традицион уҡтан атыу буйынса «Балаҡатай мәргәне» төбәк-ара турниры үтте.

Фото: Башҡорт ҡоролтайы / Вк

Балаҡатай районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Турнирҙың маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу һәм үҫтереү, оҫталыҡты арттырыу һәм мәргән уҡсыларҙы асыҡлау.

Һуңғы ваҡытта милли спорт төрө йәштәр араһында киң тарала бара, ярыштарҙа ҡатнашыусылар күбәйә. Был юлы 72 ҡатнашыусынан 17 йәшкәсә 50-нән ашыу йәш уҡсы мәргәнлектә көсөн һынап ҡараны.

Ярышта Силәбе өлкәһенең Златоуст («Тау уҡсылары»), Сыбаркүл («Ҡырыҫ уҡсы»), Үрге Өфәлей («Ыласын») ҡалаларынан уҡсылар ҡатнашты.

Күрше Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. Балаҡатай районы командалары ла әүҙем ҡатнашты: Яңы Балаҡатай һәм Үтәш (етәксеһе Р. Ҡәҙербаев), Белянка («Уҡсы ҡатай»), Яңыбай («Яңыбай уҡсылары») ауылдары.

Ете ғаилә командаһының ҡатнашыуы быуындарҙың күсәгилешлеген һаҡлауын күрһәтте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-05/luchniki-s-ehalis-na-turnir-iz-raznyh-rayonov-bashkirii-i-sosednih-regionov-4566353


Фото: Башҡорт ҡоролтайы / Вк


Вернуться назад