Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған05.02.2026

Башҡортостанда ҡайһы бер аҙыҡ-түлек арзанайған

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»

Башстаттың 2 февралгә мәғлүмәттәре буйынса, республикала помидор уртаса 4,46 һумға (йәки 1,95%) арзанайған, бер килограмы 224,7 һум тора.

Шулай уҡ балалар өсөн ҡоро һөт ҡатышмаһының хаҡы 8,87 һумға (0,70%) төшкән, килограмы – 1263,98 һум.

Шымартылған дөгөнөң килограмы – 100,80 һумға, ә юғары сортлы ондан макарондар 93,26 һумға тиклем арзанайған.

Алма 1,42 һумға (0,94%) осһоҙораҡ, уртаса хаҡы иһә 149,61 һум. Банандың хаҡы - 142,70 һум. Маргариндың бер килограмы 284,56 һумға һатыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-05/v-bashkirii-snizilis-tseny-na-ryad-produktov-4566060



Вернуться назад