Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет иң яҡшы төбәк консультатив органдарының береһе булып тора. Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, Кеше хоҡуҡтары буйынса совет етәксеһе Валерий Фадеев шундай фекер белдерҙе.
«Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Совет республикала хоҡуҡи мәҙәниәтте күтәреү һәм әүҙем патриотизм традицияларын үҫтереү йәһәтенән мөһим роль уйнай. Кеше хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлауҙа принципиаль һәм эҙмә-эҙлекле позицияһы, граждандарҙың ихтыяждарын аңлауы, мөһим закон сығарыу башланғыстарын әҙерләүе менән һеҙҙең Совет хоҡуҡ һаҡлау берләшмәһендә абруй һәм ихтирам яуланы», – тип яҙа Фадеев республика исеменә хатында.
Башҡортостан коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың һаны буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй, тип билдәләнеләр республиканың Кеше хоҡуҡтары буйынса советында.
