Башҡортостан халҡын финанс пирамидаһы хаҡында иҫкәрттеләр04.02.2026

Өфөлә һәм Нефтекамала клиенттар менән осрашыуҙар үткәргән «Добролайф» компанияһында намыҫһыҙ эш билдәләре асыҡланған.

Фото: «Башинформ» / архив

«Добролайф» компанияһының Deep cashback, DCB һәм DCB-Technology проекттарына ышанырға ярамай. Регулятор уларҙың эшмәкәрлегендә финанс пирамидаһы билдәләрен асыҡлаған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Милли банкынан. Был хаҡта мәғлүмәт махсус исемлеккә индерелгән.

Компания башлыса телеграмда эшләй, әммә клиенттарҙы йәлеп итеү өсөн төрлө ҡалаларҙа осрашыуҙар ойоштора. Өфөлә һәм Нефтекамала үткәрелгән саралар тураһында билдәле.

Ойоштороусылар граждандарға лояллек программаһына ҡушылырға һәм маркетплейстарҙа ташламалар алырға тәҡдим итә (йәнәһе лә улар менән партнерлыҡ тураһында килешеүҙәр төҙөлгән).

Программаға инеү өсөн 5-100 мең һумға DCB картаһын һатып алырға кәрәк. Картаға йыйылған балдарҙы маркетплейс сертификаттарына алмаштырырға мөмкин, тип вәғәҙәләй компания. Әгәр кеше проектҡа яңы ҡатнашыусылар йәлеп итһә, тағы ла күберәк балл өҫтәлә.

Рәсәй банкы асыҡлауынса, ысынында иһә компания бер ниндәй ҙә реаль эшмәкәрлек алып бармай, тимәк, килем гарантиялай алмай. Маркетплейстар менән килешеүҙәре булыуы ла раҫланмай.

DSB граждандар менән аҡса йәлеп итеү тураһында килешеүҙәр төҙөмәй, клиенттар менән аралашыу мессенджерҙарҙа алып барыла. Башта яңы ҡатнашыусылар иҫәбенә түләүҙәр булырға мөмкин, әммә һуңынан ойоштороусылар бәйләнешкә сыҡмай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-04/zhiteley-bashkirii-predupredili-o-finansovoy-piramide-4564338



Вернуться назад