AIR CAIRO авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мысырға тура рейстарҙы башлау тураһында иғлан итте, тип хәбәр иттеләр «Өфө»халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.
21 февралдән авиакомпания туроператорҙар менән берлектә Шәрм-әл-Шәйех — Өфө — Шәрм-әл-Шәйех маршруты буйынса аҙнаһына 2 рейс менән осоштар программаһын башлай.
Осоштар 180 пассажир һыйҙырышлы А-320 тибындағы самолеттарҙа башҡарыла.
«Өфөнән Шәрм-әл-Шәйехкә шулай уҡ AL MASRIA, Nordwind Airlines һәм «Рәсәй» авиакомпаниялары осоштар башҡара», — тип иҫкә төшөрҙөләр Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.