Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде03.02.2026

Баш ҡалала яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Фото: Өфөнөң Орджоникидзе районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр

Подполковник Сергей Жувак Өфөнөң Орджоникидзе һәм Калинин райондарының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнде. Офицер менән Башҡортостандың хәрби комиссары полковник Михаил Блажевич таныштырҙы. 

Сергей Жувак Волгоград өлкәһендә тыуған. Бына 20 йылдан ашыу Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә. Башҡортостандың баш ҡалаһына тәғәйенләнгәнгә тиклем Көньяҡ хәрби округының 58-се дөйөм ғәскәр армияһының 67-се зенит ракета бригадаһының кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-02/v-ufe-naznachili-novogo-voennogo-komissara-4561127



Вернуться назад