Мәсет бер йылда һалынғанСиләбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Иҡсан ауылында мәсет асылған.
Ауыл халҡы мәсет төҙөү хаҡында күптән хыялланған. Йәмәғәт эшмәкәре Нуриәхмәт Шахов был эшкә ихлас тотонған. Мәсет бер йыл эсендә ҡалҡып та сыҡҡан. Төҙөлөш өсөн аҡсаны ауыл халҡы, шәхси эшҡыуарҙар, меценаттар йыйған. Ғибәҙәтхана манараһын биҙәгән ярым ай Свердловск өлкәһенең Каменск-Уральск ҡалаһында ҡойолған. Килгән ҡунаҡтар мәсеткә ҡиммәтле бүләктәр тапшырған. Мәҫәлән, Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Вячеслав Ғәниев махсус рәүештә Мысырҙан алып ҡайтҡан ғәрәп телендәге Ҡөрьән китабын бүләк иткән.
“Знамя труда”.
Еңеүселәр өҫтәмә стипендия аласаҡӨфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекама ҡалаһындағы филиалы студенттары Филүс Хужин менән Булат Закиров Рәсәй Теүәл фәндәр академияһы үткәргән “Милли ҡаҙаныш” конкурсында еңеү яулаған.
Егеттәр электр көсөн үҙгәртеүсе прибор уйлап тапҡан. Конкурсҡа улар проекттарынан тыш, приборҙың һынау өсөн эшләнгән вариантын да ебәргән. Был еңеү өсөн студенттарға өҫтәмә стипендия түләү мәсьәләһе хәл ителә.
“Красное знамя”, Краснокама районы.
Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлыҡ боҙ яуған
Ҡояштың туҡтауһыҙ ҡыҙҙырыуынан тамам ялҡҡан Әбйәлил халҡы ямғыр теләгәндә, шифалы тамсыларҙың ғәрәсәт тә алып килеүен күҙ алдына ла килтермәгәндер. Борсаҡ ҡатыш ямғыр менән дауыл байтаҡ зыян килтергән. Тәбиғәт ғәрәсәтенән Ҡушый ауылы менән Таштимер мәктәбе зыян күргән.
Күптәрҙең рубероид менән ябылған өй ҡыйыҡтарын иләк һымаҡ тишкеләп, еңел машиналарҙы йәмшәйткән. Тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығындағы боҙ борсаҡҡа ҡарап, ысынлап та, хәүефләнерлек шул! Мәктәпкә һәм халыҡҡа килтерелгән зыяндың дөйөм күләме — 150 мең һум тирәһе.
“Осҡон”.
Туристар көс һынашаКөйөргәҙе районында уҡыусылар араһында 54-се тапҡыр спорт туризмы һәм “Хәүефһеҙлек мәктәбе” буйынса ярыш үтте. Турслетта ете мәктәптән 83 уҡыусы көс һынашты. Өс көн дауамында улар туристик маршрут буйынса үтеү оҫталығын күрһәтте, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде.
“Хәүефһеҙлек мәктәбе” конкурсында Ермолаево ауылының 1-се мәктәбенең “Эверест” командаһы алдынғылыҡты бирмәне. Таймаҫ мәктәбенең “Шалтран” командаһы урында йүнәлеште билдәләү, Ермолаево ауылының 2-се мәктәбенән “Пилигрим” командаһы техник оҫталыҡ буйынса еңеүсе исемен яуланы.
“Көйөргәҙе”.
Бөрйән ҡорттары Учалыға күскәнБашҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге “Юлдаш” йәмғиәтенә башҡорт ҡорттарының тәүге партияһын ебәргән. Башҡорт бал ҡорто тоҡомон һаҡлап ҡалыу һәм ишәйтеү маҡсатында был сара 2011 – 2015 йылдарға иҫәпләнгән “Көньяҡ-көнсығыш райондарының иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы” сиктәрендә башҡарылған.
Бөрйәндән килтерелгән 100 пакет күс ояларға урынлаштырылған да инде. Киләсәктә был тоҡомдо ишәйтеүгә булышлыҡ иткән нәҫел репродукторы ойоштороласаҡ. Бөрйән бал ҡорттары өсөн Учалыла уңайлы шарттар булдырылған. 600 гектар самаһы ҡарабойҙай, бал биргән башҡа күп йыллыҡ үҫемлектәр ултыртылған. Бер-ике йыл эсендә “Юлдаш” йәмғиәте умарталарҙы 200-гә еткерергә ниәтләй.
“Яйыҡ”, Учалы районы.
Гүзәлиә – беренсе!Башҡортостандың “Юлдаш” радиоһы республика буйынса Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата уҡыусылар араһында инша конкурсы иғлан иткәйне.
Бихисап хат араһынан һигеҙен генә һайлап алып, финалға сығаралар. Улар араһынан Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенең IX класын тамамлаған Гүзәлиә Морапталованың “Иман нурына сорналған ғаиләм” иншаһы беренсе урынға лайыҡ булды.
“Һаҡмар”, Баймаҡ районы.
Бурҙар өлгөрөрәк булып сыҡҡанНуриман районының Павловка ауылында билдәһеҙ кешеләр сауҙа павильоны стенаһына ҡуйылған банкоматтан 2,5 миллион һум аҡса урлаған.
Енәйәт төндә башҡарылған. Банкомат хәүефһеҙлек саралары менән тәьмин ителмәгән. Видеокүҙәтеү тышҡы яҡтан ғына ҡуйылған, магазинда һаҡсылар ҙа, сигнализация, хатта тәҙрәләрҙә рәшәткәләр ҙә булмаған. Мартта уҡ урындағы участка полицейскийы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушҡан булған, ләкин шәхси эшҡыуарҙар хоҡуҡ һаҡсыһының кәңәшенә ҡолаҡ һалмаған. Бурҙар өлгөрөрәк булып сыҡҡан.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.