Ҡотлайбыҙ!29.06.2012
Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылының аҫыл егете Альберт Илүс улы Ханов менән Өфө ҡалаһы һылыуы Эльвира Рәйес ҡыҙы Баһауетдинованы ғүмерҙәрендәге иң күркәм байрамдары — законлы никахтары менән ысын күңелдән тәбрикләйбеҙ.
Бөгөн һеҙҙең тормошоғоҙҙа кеше ғүмерендә бер генә тапҡыр булырға тейешле иң ҡыуаныслы, бәхетле һәм яуаплы миҙгел — йәш йөрәктәрегеҙ мәңгелеккә ҡауышҡан көн! Көтөп алған бәхетегеҙҙе ғүмерегеҙ буйына ҡәҙерләп, пар аҡҡоштар кеүек йәшәргә насип итһен Хоҙай. Тормош елдәренә бирешмәйсә, аҫыл ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, туғандар, дуҫтар менән бергә-бергә атлағыҙ. Йөрөгән юлдарығыҙҙы бәхет ҡояшы, һөйөү йондоҙо яҡтыртһын! Бәхетле булығыҙ!
Оҙатабыҙ һеҙҙе оҙон юлға,
Оло юлға — тормош юлына.
Ҡулды — ҡулға, уйҙы уйға
бәйләп,
Йөрәк менән бергә булырға.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарығыҙ исеменән апайығыҙ Резида, еҙнәгеҙ Раил, туғандарығыҙ Айһылыу, Аяз һәм Данияр Шәймәрҙәновтар.