Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән02.02.2026

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы һөҙөмтәһендә алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары кәмегән

Фото: Ксения Калинина / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башҡортостанда һуңғы өс йылда алкоголь менән ағыуланыу осраҡтары даими кәмей бара. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак бының «Айыҡ ауыл» республика конкурсын уҙғарыу менән бәйле булыуы хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, 2025 йылда был күрһәткес 200 осраҡҡа аҙыраҡ, тип белдерҙе ул хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

«Конкурс дауам итһә, беҙҙә Рәсәй Федерацияһында иң түбән күрһәткестәр булыр тип ышанабыҙ», – тип билдәләне Анна Казак.

Әлеге конкурс ауыл халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров,

«Ошо башланғыстың ҡыҙыҡһыныу уятыуын беләм. Ауыл менән йыйылып, ысын мәғәнәһендә бүләк өсөн көрәшәләр. Әлбиттә, приз фондының ҙур булыуы ла роль уйнай. Эште дауам итәбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова үҙенең докладында билдәләүенсә, алты йыл эсендә приз фонды 250 миллион һум тәшкил иткән. Ауыл халҡы отҡан аҡсаны төҙөкләндереү өсөн тотона: спорт һәм балалар майҙансыҡтары төҙөй, парктарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен тәртипкә килтерә.

Башинформ конкурстың бөтә этаптарын тулыһынса яҡтыртып бара. Мәғлүмәт агентлығы бер нисә тапҡыр еңеүсе ауылдарҙың тарихы тураһында яҙып сыҡты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-02-02/v-bashkirii-blagodarya-trezvomu-selu-sokratilos-chislo-otravleniy-alkogolem-4560824



Вернуться назад