Башҡортостанда күп балалы ғаиләлә игеҙәктәр тыуған
Благовар районында быйыл тәүге игеҙ бәпестәр тыуған. Малайҙар – Фидан менән Алияның дүртенсе һәм бишенсе балалары. Ата-әсә улдарына Аяз һәм Рияз тигән исем һайлаған. Был хаҡта республиканың Юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле хәбәр итте. Ул сабыйҙарға һәм ата- әсәгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге теләне.
«Башинформ» яҙғанса, Ҡырмыҫҡалы районында бер юлы ике пар игеҙәк тыуған.