Республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров һүҙҙәренсә, документ әҙер.

Тиҙҙән Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы проект өҫтөндә эште тамамлай, республика етәксеһе Радий Хәбиров менән килешелгәндән һуң Кадрҙар стажировкаһы үҙәге асыла. Был проект тураһында республика 30 ғинуарҙа #Өйҙә студенттар фестивалендә иғлан итте.
«Барығыҙҙың да [студенттарҙың һәмвуз тамамлаусыларҙың — ред.] иҡтисадта йәки дәүләт хеҙмәте, муниципаль хеҙмәт органдарында стажировка үтеү мөмкинлеге буласаҡ. Беҙ быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ», — тип вәғәҙә бирҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26-30 ғинуарҙа Өфөлә студенттар кампусы һәм Көрәш һарайы майҙансыҡтарында #Өйҙә фестивале үтте. Программаға осрашыуҙар, сессиялар, күргәҙмә һәм йондоҙҙар ҡатнашлығында күңел асыу шоуы ингәйне. Финалда 2500-ҙән ашыу студент ҡатнашты, уларҙың 600-гә яҡыны республикабыҙҙан ситтә, (Рәсәйҙең 23 төбәгендә һәм алты сит илдә) уҡып йөрөй.
Шулай уҡ Башҡортостан йәштәренең үҙ символы — шәмәхә төҫөндәге худи кейгән айыу барлыҡҡа килде.