Башҡортостанда социаль түләүҙәр нисек үҙгәрә02.02.2026

Февралдән улар индексациялана, пособиелар күберәк түләнә.

Фото: «Башинформ» / архив

Февралдән илдә ҡайһы бер үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде – социаль түләүҙәр индексацияланды, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Финанс министрлығында.

Мәҫәлән, әсәлек капиталы 5,6% артты. Хәҙер беренсе балаға — 728 900 һум, икенсеһенә 234 300 һум түләнә. Әгәр ғаилә беренсеһе өсөн алмаған булһа, икенсеһенә 963 200 һум бирелергә тейеш. 

Әсәлек капиталының ҡалған суммаһы ла автоматик рәүештә арта. Аҡсаны торлаҡ, белем алыу, әсәнең пенсияһы йәки инвалид балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу өсөн тотонорға мөмкин.

Пенсияға билдәләнгән түләү икеләтә арта. 80 йәше тулғандар һәм I төркөм инвалидтары өсөн өҫтәмә 9600 һумдан 19 200 һумға тиклем тәшкил итте. Ҡайтанан иҫәпләү ғаризаһыҙ – автоматик режимда башҡарыла.

Социаль пособиелар 5,6% индексацияланды. Мәҫәлән, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған һәм баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособие, бөтә төркөм инвалидтарына һәм инвалид балаларға түләүҙәр, хәрби хәрәкәттәр ветерандарына һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға пособиелар, Рәсәй Геройҙарына, Хеҙмәт Геройҙарына һәм Дан ордендарының тулы кавалерҙарына түләүҙәр.

Хәбәр иткәнебеҙсә, үҙмәшғүлдәр түләүле ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы алырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/likbez/2026-02-02/kak-v-bashkirii-izmenyatsya-sotsialnye-vyplaty-4560265



Вернуться назад