Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды31.01.2026

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы ППМИ программаһына ҡушылды

Фото: Гөлшат Дәүләтбаева

Быйыл Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»нда ҡатнаша. Ауыл халҡы тәҡдим ителгән бер нисә башланғыс араһынан «Урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу» проектын иң кәрәклеһе тип тапҡан.

Әлегә инициатив төркөм халыҡ менән эшләй. Ауылда төрлө саралар һәм йыйылыштар үткәрелә.

«Был программа кешеләрҙә урындағы проблемаларға ҡарата яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтә, ауылыбыҙҙа уңайлы һәм матур мөхит булдырыуға булышлыҡ итә. Проблемаларҙы бергәләп хәл итеү ауылдаштар араһында бәйләнеште, татыулыҡты үҫтерә», — тип хәбәр итте Әбдрәхмән ауылында йәшәүсе уҡытыусы Гөлшат Дәүләтбаева. 

Быға тиклем Баймаҡ районының Темәс ауылы программаға ҡушылыуы хаҡында яҙғайныҡ.



Вернуться назад