Кер йыуыу порошогы сифатлымы?29.06.2012
Быяла стаканға бер аҙ һыу ҡойорға ла порошок өҫтәргә, бер киҫәк бешерелгән йомортҡа ағы ла һалырға. Ҡатнашмаларҙы бер тәүлеккә ҡуйырға кәрәк. Әгәр ошо ваҡыт эсендә йомортҡа ағы һалғандағы килеш ҡала икән, был порошок сифатһыҙ. Иреп бөтә яҙһа, икеләнмәгеҙ: ул иң ауыр таптарҙы ла юҡ итәсәк.