Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар28.01.2026
Фото: Ратмир Мәүлиевтың социаль селтәрҙәре / телеграм-канал

31 ғинуарҙа Өфөнөң Дим районында сираттағы «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһы үткәрелә. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

Программала – өфө приюттарынан эттәр менән танышыу, эттәргә аҙыҡ, йылы сепрәктәр йыйыу, ветеринария клиникаһы белгестәренән консультациялар, шулай уҡ хайуандара яуаплы һәм йылы мөнәсәбәт дәрестәре.

«Килегеҙ, дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға бергәләп ярҙам итәйек!» – тип саҡырҙы Ратмир Мәүлиев.

«Кеше эҙләйем» акцияһы 31 ғинуарҙа, көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем «Дим» паркында була. Адресы:  Островский урамы, 21/1.

11 декабрҙә Черниковкала ла ошондай акция уҙҙы. Ул саҡта 12 эт үҙенә хужа тапты.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-28/zhiteley-ufy-priglasili-na-blagotvoritelnuyu-aktsiyu-ischu-cheloveka-4553738





Вернуться назад