Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде30.01.2026
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостандың Транспорт министрлығы

Бөгөн 9-сы 15 минуттан муниципаль-ара әһәмиәттәге дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаһында йөк транспорты һәм пассажирҙар транспорты хәрәкәте туҡтатылды.

Һүҙ Красный Холм - Нефтекама юлы участкаһы тураһында бара (Ҡалтасы һәм Краснокама райондары), тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

«Сикләү һауа торошоноң үҙәреүенә бәйле индерелде (ҡар, көслө ел, һепертмә буран)», — тиелә ҡотҡарыусыларҙың белдереүендә.

Хәрәкәтте сикләү ваҡыты бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-гә тиклем ғәмәлдә ҡала.

https://www.bashinform.ru/news/social/2026-01-30/na-trasse-v-bashkirii-ogranichili-dvizhenie-iz-za-nepogody-4556621



Вернуться назад